Өфөлә биләмәләрҙе санитар таҙартыу буйынса яҙғы айлыҡ уҙасаҡ

25 марттан башлап Өфөлә официаль рәүештә яҙғы өмәләр старт ала. Биләмәләрҙе таҙартыу өмәләре 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк. 6, 13 һәм 20 апрелдә ҡала өмәләре уҙасаҡ.   

Өфөлә биләмәләрҙе санитар таҙартыу буйынса яҙғы айлыҡ уҙасаҡ

Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарының тышҡы ҡиәфәтенә, төҙөкләндереүенә, таҙалығына ҙур иғтибар бүленә. Ғөмүмән, ҡалала йәшәү өсөн тейешле һәм уңайлы шарттар булдырыла. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре көн һайын тәүлек әйләнәһенә, ял көндәрһеҙ үҙҙәренә бүленеп биргән биләмәләрҙе таҙарталар.

25 марттан башлап Өфөлә официаль рәүештә яҙғы өмәләр старт ала. Биләмәләрҙе таҙартыу өмәләре 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк. 6, 13 һәм 20 апрелдә ҡала өмәләре уҙасаҡ.   

Төп эштәрҙең береһе – ул ҡарҙы таратыу, боҙҙарҙы ватыу һәм ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы йыйыу. Шулай уҡ, экологик айлығы ваҡытында Өфөлә юлдар, тротуарҙар, кәртәләр, ҡоймалар, кварталдарҙың эске биләмәләре төҙөкләндереләсәк һәм таҙартыласаҡ.

Бөтә ҡала учреждениелары һәм шәхси ойошмалары үҙҙәренең биләмәләрендә экологик өмәләр уҙғарырға һәм биләмәләрен таҙа тоторға бурыслы.

Бындай саралар йыл да уҙғарыла, унда мәктәп уҡыусыларынан алып ҙур компания һәм корпорацияларҙың етәкселәренә тиклем, барыһы ла ҡатнаша. Яҙғы таҙартыу эштәрендә баш ҡалала йәшәүсе һәр кеше үҙ өлөшөн индерергә ала.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA