“Колгуев” микрорайонында 2-се балалар поликлиникаһы филиалы асылды

“Колгуев” микрорайонында Ғабдулла Амантай урамы, 7/1 адресы буйынса 2-се балалар поликлиникаһы филиалы асылды.
“Колгуев” микрорайонында Ғабдулла Амантай урамы, 7/1 адресы буйынса 2-се балалар поликлиникаһы филиалы асылды. Сарала Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Баш ҡала Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Киров районы Хакимиәте башлығы Илвир Нурдаүләтов, Каринэ Хәбирова һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты. Баш табип Эльвира Зәбирова барыһын да поликлиника менән таныштырҙы. Бында 3 педиатр кабинеты, белгестәр, прививка, УЗИ , ЭКГ, массаж кабинеттары эшләйәсәк. Шулай уҡ йәш әсәләргә Әсә һәм бала бүлмәһе, һәм көтөү өсөн уйын бүлмәһе булдырылған. “Колгуев” микрорайоны 9 педиатрия участкаһына бүленгән, бында 8 меңдән ашыу бала йәшәй. Табиптарға телефон аша йәки doctor.bashkortostan.ru һәм www.gosuslugi.ru порталдары аша яҙылып була. Яңы поликлиникаға рәхим итегеҙ!
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA