Колгуев биҫтәһендә 2-се балалар поликлиникаһының филиалы эшләй башланы

18 мартта Колгуев биҫтәһендә 2-се балалар поликлиникаһының филиалы асылды.

18 мартта Колгуев биҫтәһендә 2-се балалар поликлиникаһының филиалы асылды.

Сарала  һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм башҡалар ҡатнаштылар.

Был медицина бинаһында педиатр, процедура, массаж бүлмәләре, фильтр-бокс, прививка эшләү, әсә һәм бала, сәләмәт бала, функциональ диагностика, биоматериал алыу бүлмәләре урынлашҡан. Бөтә кабинеттар заманса ҡорамал менән йыһазландырылған.

Өфө ҡалыһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин яңы медицина бүлегенең эше менән танышты, регистратураны, табибтар кабинетын ҡарап сыҡты, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.

Шулай уҡ, Өлфәт Мостафин 2-се балалар поликлиникаһының филиалы  коллективтарына компьютер йыһаздары комплекттарын алыу өсөн сертификат тапшырҙы.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA