Өфө ҡалаһы ҡала округы Йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышы үтте

Муниципалитетта 12 мартта 1-се саҡырылыш Өфө ҡалаһы ҡала округы Йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышы уҙҙы. Был ултырышта палатаның рәйесе һайланылды һәм эшмәкәрлектең йүнәлеше буйынса комиссиялар формалаштырылды.

Муниципалитетта 12 мартта 1-се саҡырылыш Өфө ҡалаһы ҡала округы Йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышы уҙҙы. Был ултырышта палатаның рәйесе һайланылды һәм эшмәкәрлектең йүнәлеше буйынса комиссиялар формалаштырылды.

Уның эшендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты.

Ултырыш барышында Йәмәғәт палатаһы етәкселеге һәм эшсе органдары һайланды.

Күпселек тауыш менән Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының Йәмәғәт палатаһының рәйесе итеп Өфө дәүләт нефть техник университеты президенты Айрат Шаммазов һайланды. Уның урынбаҫарҙары итеп асыҡ тауыш биреү барышында «Респект» хоҡуҡ компанияһының генераль директоры Ольга Одинокованы һәм «Газпром межрегионгаз Уфа» предприятиеһының генераль директорының социаль яҡтан әһәмиәтле ҡулланыусылар категориялары менән эшләү буйынса урынбаҫары Рамил Яфаевты һайланылар. Йәмәғәт палатаһы секретаре итеп Эрик Әхтәмов һайланды.

Бынана тыш Йәмәғәт палатаһының дүрт комиссияһы формалаштырылды.

Ултырыш һуңында Йәмәғәт палатаһы ағзалары мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә ойошма хеҙмәт күрһәтеү сифатын һәм шарттарын бойондороҡһоҙ баһалау буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ҡарашындағы йәмәғәт советтары булдырыу маҡсатында конкурс үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иттеләр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала Йәмәғәт палатаһы 2019 йылдың 26 февралендә формалаштырылған. Уның составына 30 кеше инде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA