Өфө технология һәм дизайн дәүләт колледжында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған байрам сараһы үтте

12 мартта Өфө технология һәм дизайн дәүләт колледжында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған байрам сараһы үтте. Бында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты.

12 мартта Өфө технология һәм дизайн дәүләт колледжында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған байрам сараһы үтте. Бында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты.

- 2019 йыл Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан мөһим юбилей датаһы менән билдәләнеп үтелә, шуға арналған ҙур күләмле саралар планлаштырылған. Юбилейға Өфө ҡалаһы масштаблы әҙерләнә. Бөгөн 24 объект төҙөлә, уларҙың күбеһе социаль объекттар. Объекттарҙың бер өлөшө тапшырылған инде, – тип билдәләп үтте үҙенең сығышында Өлфәт Мостафин. - Социаль әһәмиәтле объекттар төҙөүҙән тыш, бик күп ҡыҙыҡлы саралар планлаштырылған – белем биреү проекттары, фәнни эш, мәҙәни ваҡиғалар һәм башҡалар. Юбилей сараларының маҡсаты - бар кешеләрҙе берләштереү, йәмғиәтте әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеү өсөн туплау.

Өфө хакимиәте башлығы  асыҡлауынса, бөгөнгө көндә муниципаль һәм республика хакимиәтенең тырышлығы йәштәрҙең уҡыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә ҡуйылған маҡсаттарына ирешә алыуҙарына, үҙ потенциалын тулыһынса асыуға йүнәтелгән.

- Был колледжды тамамлаусы булараҡ, Өфө технология һәм дизайн дәүләт колледжы Башҡортостандың иң ижади һәм абруйлы уҡыу йорттарының береһе, тип әйтә алам, -  тине ҡала хакимиәте башлығы. – Был уҡыу йортонда алынған белем уңышлы карьераның башы булып тора. Һеҙ тырышып уҡырһығыҙ, һуңынан тырышып  эшләрһегеҙ, яратҡан эшегеҙ  менән шөғөлләнерһегеҙ, үҙ бизнесығыҙҙы асырһығыҙ һәм Өфө, Башҡортостан, ғөмүмән, бөтә ил именлеге өсөн яңы үрҙәргә ирешерһегеҙ, тип ышанам.

Педагогика хеҙмәтендә айырым уңыштары өсөн Өлфәт Мостафин колледж уҡытыусыларына Өфө хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Байрамды дауам итеп, колледж студенттары һәм партнерҙары әҙерләгән концерт булды.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA