Өфөлә VII ҡышҡы корпоратив уйындары үтәсәк

10 мартта «Аҡбуҙат» ипподромында VII Өфө ҡышҡы корпоратив уйындары үтәсәк.  Ярыштарҙы асыу тантанаһы 12.00 сәғәттә башланасаҡ.

Өфөлә VII ҡышҡы корпоратив уйындары үтәсәк

10 мартта «Аҡбуҙат» ипподромында VII Өфө ҡышҡы корпоратив уйындары үтәсәк.  Ярыштарҙы асыу тантанаһы 12.00 сәғәттә башланасаҡ.

Йыл  һайын был уйындарҙа Өфө ҡалаһы ойошмаларынан, предприятиеларынан унарлаған команда ҡатнаша. Ярыштар биш дисциплина буйынса үтәсәк: быймалы хоккей, ҡар өҫтөндә волейбол, саңғы, коньки ярыштары (эстафета), күңелле старттар.

Төп приз - Өфө ҡалыһы хакимиәте башлығы Кубогы. Бынан тыш, дөйөм зачетта һәм айырым спорт төрҙәре буйынса призлы урындарҙы алған командалар физкультура һәм спорт идараһының кубоктары, миҙалдары һәм грамоталары менән бүләкләнәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA