Интерактив карта - йәмәғәт контроленең бер элементы

Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте коммуналь хужалыҡ идаралығы ҡарамағына юлдар, парктар, тыҡрыҡтар ҡарауын, ә ихаталар һәм йорттар, ихаталарҙан сығыу юлдары - Өфө ҡалаһы Киров районы Торлаҡ хужалығы идараһы ҡарамағында булыуын иҫкә төшөрәбеҙ.
Интерактив карта - йәмәғәт контроленең бер элементы
Быйыл ҡыш китергә ашыкмай. Алдағы аҙнала ла тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте коммуналь хужалыҡ идаралығы ҡарамағына юлдар, парктар, тыҡрыҡтар ҡарауын, ә ихаталар һәм йорттар, ихаталарҙан сығыу юлдары - Өфө ҡалаһы Киров районы Торлаҡ хужалығы идараһы ҡарамағында булыуын иҫкә төшөрәбеҙ. Ошо бүленеште интерактив карта аша ла асыҡларға мөмкин (http://ufacity.info/territory). Унда ҡала территорияһының муниципаль һәм шәхси предприятиелар араһында яуаплылыҡ зоналары бүленеше күрһәтелгән. Ул һәр кемде үҙ территорияһында ҡар таҙартыу эштәрен ваҡытында башҡарырға мәжбүр итәсәк, сөнки үҙ бурысын үтәмәгән өсөн вазифалы кешеләрҙән алып ойошмаларға тиклем административ яуаплылыҡ - штрафтар ҡаралған, ә инде граждандар өсөн йәмәғәт контроленең тағы бер элементы булып торасаҡ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA