Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған саралар уҙасаҡ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеү сиктәрендә Өфөлә бер нисә мәҙәни, спорт һәм башҡа саралар үтәсәк.

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған саралар уҙасаҡ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеү сиктәрендә Өфөлә бер нисә мәҙәни, спорт һәм башҡа саралар үтәсәк.

Уҡыу йорттарында, китапханаларҙа матурлыҡ, һүрәт төшөрөү, инша яҙыу конкурстары, күргәҙмәләр, әҙәби кисәләр, төрлө уйындар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ парктарҙа, мәҙәни йорттарҙа концерттар уҙасаҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙарға арналған байрам концерттары 6 мартта Өфө балалар филармонияһында,  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында, Ноғай  мәҙәниәт йортонда һәм  «Эврика» йәштәр үҙәгендә уҙасаҡ. 7 март көнө ҡала мәҙәниәт һарайында наҙ һәм мөхәббәт тураһында йырҙар, теләктәр, йылы ҡотлау һүҙҙәре яңғыраясаҡ.  

Ә инде 8 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хәйриә сараһы үтәсәк.

Бынан тыш, 9 һәм 10 мартта ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында теннис буйынса ярыш уҙасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA