Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлауы.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

Хөрмәтле гүзәл заттар, һеҙҙе ысын күңелдән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!

Был байрам яҙ, мөхәббәт һәм матурлыҡ билдәһе. Ул һәр кемдең йөрәгендә әсәйҙәргә, яратҡан кешегә ҡарата мөхәббәт һәм ихтирам менән бәйле. Ошо бөйөк хистәр яҡты киләсәктең өмөт сығанағы, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү, ижад итеүгә ынтылыш сығанағы.

Өфө ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары айырым иғтибарға лайыҡ. Улар үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, етәксе һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлекте бергә алып барып, фән һәм иҡтисад өлкәһендә ҙур еңеүҙәр яулай, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнә.

Ошо һәм башҡа сифаттар һеҙгә етештереү һәм социаль өлкәлә, идара итеүҙә һәм эшҡыуарлыҡта уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ 8 март байрамы – ул Әсә алдында оло хөрмәт һәм ихтирам билдәһе. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, ғаилә институтын нығытыу – урындағы үҙидара органдарының төп бурыстарының береһе.

Күңел йылыһы өләшеп, донъяны матурыраҡ һәм мәрхәмәтлерәк итә белеүегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм! Һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен, ғаиләгеҙгә именлек теләйем, ә ир-егеттәрҙән, һеҙгә ҡарата, тик һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре генә яңғыраһын!

Байрам менән!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA