Өфө призывниктарының Балтика флоты «Сообразительный» корветында хәрби хеҙмәт үтергә мөмкинселектәре бар

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин етәкселегендәге муниципалитеттың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Калининград ҡалаһында булды.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин етәкселегендәге муниципалитеттың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Калининград ҡалаһында булды.

Сәфәрҙең төп ниәттәренең береһе булып, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм Балтика флоты һыу өҫтө караптарының 128-се бригадаһы «Сообразительный» Гвардия Корветы экипажы араһында хеҙмәттәшлек һәм шефлыҡ бәйләнештәре тураһында килешеү төҙөлдө.

Документты 1 мартта «Сообразительный» корветында имзаланылар. Килешеү үҙ-ара хеҙмәттәшлек һәм «2016-2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса уртаҡ ғәмәлдәрҙе координациялау маҡсатында төҙөлдө, унан тыш, шефлыҡ бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫтереү, муниципалитеттың тарихын, мәҙәниәтен, хеҙмәт ҡаҙаныштарын һәм Балтик флотының хәрби эштәрен  пропагандалау, йәштәрҙе һәм мәктәп уҡыусыларын Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәткә әҙерләүҙе камиллаштырыу, Балтика флоты хәрби хеҙмәткәрҙәре һәм Өфө халҡы араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, хәрби хеҙмәттең абруйын күтәреү, флот традицияларына хөрмәт күрһәтеү, шулай уҡ запастағы хәрби хеҙмәттән азат ителгән граждандарҙың, хәрби-диңгеҙ флоты ветерандарының һәм уларҙың ғаилә ағзаларынның социаль өлкәгә интеграция менән бәйле мәсьәләләрен хәл итеү маҡсаттарында төҙөлдө.

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң был ваҡиғаларға арналған тантаналы митинг үтте. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин хәрби хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итеп, килешеүгә ҡул ҡуйыу Өфө ҡалаһы менән Ҡыҙыл Байраҡлы Балтика флоты етәкселеге һәм «Сообразительный» Гвардия Корветы араһында яңы перспективалар һәм мөмкинселектәр асыуын билдәләп үтте.

- Килешеүҙе имзалау маҡсаты – Хәрби диңгеҙ флотының тирихи мираҫын пропагандалау, харби-патриотик тәрбиә биреү, карап экипажының хәрби рухын арттырыу. Шуға күрә, беренсе сиратта, йәштәр менән патриотик эште үҫтерергә һәм ветерандар ойошмаларын  йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. Хәрби хеҙмәт үтеү өсөн һайлап алыу һәм йүнәлеш биреү буйынса эштәр башҡарасаҡбыҙ. Шулай уҡ шефлыҡҡа алынған мөнәсәбәттәрҙең башҡа яҡтарын да яҡшыртасаҡбыҙ, - тип асыҡланы муниципалитет хакимиәте башлығы.

Бынан тыш, Өлфәт Мостафин Башҡортостан Республикаһының 36 адмирал тәрбәиләүен хәбәр итте. Улар араһында, ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының ҡоралланыу буйынса Диңгеҙ көстәре баш комндирының урынбаҫары тип тәғәйенләнгән, вице-адмирал Игорь Мөхәмәтшин, шулай уҡ Рәсәй Геройы һәм беренсе ранг капитаны Константин Суриков. Әйткәндә, Башҡортостандан бөтәһе 47 меңгә яҡын йәш кешеләр Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA