Өфөлә традицион саңғы ярыштары уҙҙы

23 февралдә «Биатлон» спорт комплексында Өфө саңғы марафоны уҙҙы. Ярыштарҙа 500-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты.

23 февралдә «Биатлон» спорт комплексында Өфө саңғы марафоны уҙҙы. Ярыштарҙа 500-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты.

Беренсе булып 2019 метр дистанцияға старт бирелде. Ярыштарҙа  саңғыла шыуырға яратыусылар һәм йәш спортсмендар ҡатнашты.

Бар ҡатнашыусыларҙы  ла иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнеләр.

Һуңынан төп  приз өсөн ярыш башланды. Еңеүселәр 20, 30 һәм 50 километр араларында билдәләнде.

Абсолют зачетта еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт идараһы кубоктары, миҙалдары һәм  бағыусыларҙың аҡсалата бүләктәре менән бүләкләнеләр. Приз фонды 245 мең һум тәшкил итте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA