Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантаныһы үтте

Бөгөн бөтә ил Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Был көндө беҙ хәрби хеҙмәт менән шөғөлләнеүселәрҙе, илебеҙҙең көсөн, ҡеүәтен нығытыусыларҙы, халыҡтың именлегенә һәм тотороҡлолоғона ирешкәндәрҙе, дәүләтебеҙҙең суверенитетын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәрҙе хөрмәтләйбеҙ, һуғыш йылдарында ҡан түккән һәм вафат булған геройҙарҙы ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ.

Өфө ҡалаһында был иҫтәлекле датаға ярашлы төрлө саралар үтә. Төп сараларҙың береһе – Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы.

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы башлығы Валерий Трофимов,  Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин депутаттар, республика һәм муниципаль хакимиәт органдары етәкселәре, Бөйөк Ватан һуғышы, Хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр,  локаль һуғыштар ветерандары, курсанттар, кадеттар, хәрби-патриотик клуб вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә республиканың күп милләтле халҡынан дан символы булған венокты Мәңгелек утҡа һалды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны, яуҙа һәләк булыусылар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Һуңынан Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә Михаил Закомалдин, Константин Толкачев, Валерий Трофимов, Өлфәт Мостафин, депутаттар, министрлыҡлар һәм ведомстволар етәкселәре, ветерандар, йәштәр һәм ижтимағи ойошмалар вәкилдәре сәскәләр һалдылар.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA