З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһында шаулап-гөрләп оло байрам үтте

8 февралдә З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһында шаулап-гөрләп оло байрам үтте. Ул Башҡорт Совет автономияһы төҙөлөүгә 100 йыл, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл һәм Театр йылы асылыуына арналды.
8 февралдә З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһында шаулап-гөрләп оло байрам үтте. Ул Башҡорт Совет автономияһы төҙөлөүгә 100 йыл, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл һәм Театр йылы асылыуына арналды. Гимназияның директоры Булат Илшад улы Зинуров килгән ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы һәм дә кескәй артистарҙы бөгөнгө байрам менән ҡайнар ҡотланы. Уҡыусылар Башҡортостандың тарихы менән видео аша танышып үткәндән һуң, сәхнә түренә “Һорнай” ҡурай ансамбле саҡырылды. Уларҙың сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Ошо концертты әҙерләүҙә ҙур көс һалған: “Шатлыҡ” йыр ансамбле етәксеһе – Кәримова Дилара Ғиндулла ҡыҙына, “Байрам” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе – Нәбиуллин Айрат Болвих улына, “Һорнай” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе – Ҡарасов Айрат Салауат улына, 2а,3б,4в класс уҡыусыларын әҙерләүселәр- Әбүбәкирова Рәзинә Ҡаһарман ҡыҙына, Назарова Альбина Закир ҡыҙына, Рафиҡова Айгөл Хәләф ҡыҙына һәм Йоносова Айгөл Илдар ҡыҙына, кисәне алып барыусыларға оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA