Өлфәт Мостафин сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе

5 февралдә муниципалитета сираттағы оператив кәңәшмә үтте. Уны Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

5 февралдә муниципалитета сираттағы оператив кәңәшмә үтте. Уны Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

Фекер алышыу алдынан Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге» предприятиеһының директоры Александр Овчинниковты 60 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

Кәңәшмә барышында бер нисә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереп үттеләр. Айырым алғанда, Өфө ҡалаһы делегацияһының автомобиль юлдарын комплекслы тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса Мәскәү ҡалаһына сәфәр ҡылған. Сәфәрҙең йомғаҡтары тураһында Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов сығыш яһаны.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова биш көнлөк уҡыу процесын ойоштороу тураһында хәбәр итте.

Уның һүҙҙәре буйынса, дөйөм белем биреү ойошмаларының биш көнлөк уҡыу режимына күсеү шарттарына мониториинг үткәреләсәк. Был йылдың 1 апрелендә ҡаланың ҡайһы бер мәктәптәре биш көнлөк уҡыу режимына күсергә әҙер буласаҡ, тип планлаштырыла.

Оператив кәңәшмә аҙағында Өлфәт Мостафин Колгуев биҫтәһенең Ғабдулла Амандай урамы, 7/1 һанлы адресы буйынса урынлашҡан 2-се балалар поликлиникаһы филиалын төҙөү менән бәйле мәсьәләләргә айырым туҡталды. Уны 2019 йылдың 29 мартында асырға, тип планлаштырыла. Шулай уҡ Өлфәт Мостафин, медицина ойошмаһы асылған көндө үк тулы кимәлдә эшләргә тейеш, тип билдәләне.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA