Өфөнөң коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре ҡала юлдарын ҡарҙан көсәйтелгән режимда таҙарталар

Ҡала хеҙмәттәре һауа шарттарының үҙгәреүенә тиҙ арала иғтибар итә. Төндә ҡарҙан таҙартыу өсөн 293 берәмек техника йәлеп ителде.

Бөгөн төнөн ҡала территорияһында күпләп ҡар яуҙы, буран сыҡты. Бындай һауа торошо әле лә һаҡлана.

Ҡала хеҙмәттәре һауа шарттарының үҙгәреүенә тиҙ арала иғтибар итә. Төндә ҡарҙан таҙартыу өсөн 293 берәмек техника йәлеп ителде. Шулай уҡ тротуарҙар, баҫҡыстар һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштары майҙансыҡтарын таҙарттылар. Эш әле лә дәуам итә.

Ҡаланың торлаҡ ойошмалары ла йорт яны территорияһын, ишек алды юлдарын, подъезд алдарын, тротуарҙарҙы таҙартырға йүнәлтелгән.

Иртәнге 5-тән ихаталарҙа таҙартыу техникаһы, 6-нан – торлаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре эшләй башланы. Бының өсөн 145 махсус техника һәм 850 кеше йәлеп ителде.

Йәйәүлеләргә һәм машина йөрөтөүселәргә бик һаҡ һәм иғтибарлы булырға, һауа шарттарының үҙгәреүен күҙәтергә кәңәш итәбеҙ. Төрлө ашығыс хәлдәрҙә 112 ҡотҡарыу хеҙмәтенең номеры буйынса мөрәжәғәт итәргә кәрәк.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA