Сочи ҡалаһында Өлфәт Мостафиндың Александр Масляков менән осрашыуы үтте

Сочи ҡалаһында 30-сы «КИВИН-2019» халыҡ-ара КВН командалары фестивале уҙа.  Ошо көндәрҙә Ҡышҡы театрҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «АМИК» телевизион ижат берләшмәһе генераль директоры Александр Масляков менән осрашты.

Осрашыу барышанда 2019 йылда Өфө ҡалаһында «Волга буйы» халыҡ-ара КВН үҙәк лигаһының 1/8 финалын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Лига бөгөнгө көндә Ҡазанда урынлашҡан халыҡ-ара КВН берлегенең күсә торған берҙән-бер лигаһы булып тора. Тимәк, яҙ көнө Волга буйының иң көслө командалары Өфө сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ һәм тамашасыларҙы үҙҙәренең мәҙәктәре менән һөйөндөрәсәк.

Шулай уҡ осрашыу һөҙөмтәһендә Өфө ҡалаһында халыҡ-ара КВН берлегенең беренсе лигаһын үткәреү планлаштырылды.  

Өлфәт Мостафин Александр Масляковҡа йылы ҡабул итеүе өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе һәм иҫтәлекле сувенир тапшырҙы.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA