Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыу эштәре дауам итә

Ҡала хеҙмәттәре һауа шарттарының үҙгәреүенә тиҙ арала иғтибар итәләр. Бөгөн төндә урамдарҙы ҡарҙан таҙартырға 288 берәмек техника сыҡты.

Бөгөн, 2019 йылдың 6 ғинуарында, төндә ҡала территорияһында күпләп ҡар яуҙы. Ел тиҙлеге секундына 16 метрға етте, елле һауа торошо әле лә һаҡлана.

Ҡала хеҙмәттәре һауа шарттарының үҙгәреүенә тиҙ арала иғтибар итәләр. Бөгөн төндә урамдарҙы ҡарҙан таҙартырға 288 берәмек техника сыҡты. Шулай уҡ тротуарҙар, баҫҡыстар һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштары майҙансыҡтарын таҙарттылар. Эш хәҙерге ваҡытта ла дәуам ителә.

Ҡаланың торлаҡ ойошмалары ла йорт яны территорияһын, ишек алды юлдарын, подъезд алдарын, тротуарҙарҙы таҙартырға йүнәлтелгән.

Иртәнге 5-тән ихаталарҙа таҙартыу техникаһы, 6-нан – торлаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре эшләй башланы. Бының өсөн 860 махсус техника һәм 155 кеше йәлеп ителде.

Йәйәүлеләргә һәм машина йөрөтөүселәргә бик һаҡ һәм иғтибарлы булырға, һауа шарттарының үҙгәреүен күҙәтергә кәңәш итәбеҙ. Төрлө ашығыс хәлдәрҙә 112 ҡотҡарыу хеҙмәтенең номеры буйынса мөрәжәғәт итәргә кәрәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA