Өфөлә урам яҡтыртыу һәм юл хәрәкәте менән идарә итеү системалары үҫешә

2019 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин эш сәфәре менән «Уфагорсвет» муниципаль электр селтәре предприятиеһында булды.

Өфөлә урам яҡтыртыу һәм юл хәрәкәте менән идарә итеү системалары үҫешә

2019 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин эш сәфәре менән «Уфагорсвет» муниципаль электр селтәре предприятиеһында булды. Ул автоматлаштырылған контроль һәм тышҡы яҡтыртыу, светофор хужалығы менән идара итеү өсөн заманса диспетчерлыҡ үҙәгенең эше менән танышты.

Диспетчерлыҡ үҙәге реаль ваҡыт режимында штаттан тыш һәм авария хәлдәр тураһында мәғлүмәтте Өфөнөң интерактив картаһынан алырға һәм теге йәки был хәлдең сәбәбен тиҙ билдәләргә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, система светофор объекттары менән идарә итәргә, ГЛОНАСС ярҙамында видеокүҙәтеү алып барырға һәм автотранспортты контролдә тоторға мөмкинлек бирә.

Осрашыу барышында юл хәрәкәте менән идарә итеүҙең автоматлаштырылған системаһын үҫтереү һәм Өфө ҡалаһында интеллектуаль транспорт системаһын ғәмәлгә кертеү өсөн проекттар эшләү тураһында фекер алыштылар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA