Өлфәт Мостафин «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге менән танышты

27 декабрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин  «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәгенә барҙы.

27 декабрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин  «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәгенә барҙы.

«Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге 1999 йылдың 5 ноябрендә Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы муниципаль телекомпания булараҡ ойошторолған.

Бөгөн телекомпания тәүлегенә 24 сәғәт хәбәр итә, өҫтәүенә, Өфөлә генә түгел, ә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен кеүек республиканың ҙур ҡалаларында ла эфирға сыға. Бөгөнгө көндә тамашасылар аудиторияһы 2 миллион 800 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. IP-телевидение һөҙөмтәһендә телеканалды донъяның төрлө нөктәһенән ҡарау мөмкинлеге бар.

Өлфәт Мостафин аппаратлы-студия блогы, бөтә яңылыҡтар контенты булдырылған бүлмә  - newsroom менән танышты, һәм телекомпания коллективы менән аралашты.

Коллектив менән осрашыу барышында муниципалитет башлығы Өлфәт Мостафин телеканалдың HD форматына күсеүендә тулыһынса яҡлаясаҡбыҙ, тип хәбәр итте. Әлеге көндә бында яңы ҡорамалдар ҡуйылған, ә хеҙмәткәрҙәр тейешле уҡыу үткән.

Эш сәфәренең аҙағында  Өлфәт Мостафин Өфө халҡына Яңы йыл ҡотлауын яҙҙырҙы. Ҡотлау 31 декабрҙә 23:50 сәғәттә эфирға сығасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA