Өлфәт Мостафин балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы

26 декабрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Өфө махсус балалар йортоноң эше менән танышты, яңы йыл иртәһендә булды һәм балаларға бүләктәр тапшырҙы.

26 декабрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Өфө махсус балалар йортоноң эше менән танышты, яңы йыл иртәһендә булды һәм балаларға бүләктәр тапшырҙы.

Балалар йорто - дауалау-сәләмәтләндереү, реабилитациялау-тәрбиә биреү учреждениеһы. Уға 1944 йылда нигеҙ һалына, 1996 йылдан бирле үҙәк нерва системаһы ауырыҙары менән балалар өсөн махсуслаштырылған. Балалар йортонда дауалау, физик хәлдәр, нейросенсор реабилитациялау кеүек комплекслы эштәр алып барыла, коррекцион-педагогик дәрестәр үткәрелә. Дүрт йәшкә тиклемге балалар ҡабул ителә.

Осрашыу барышында Өлфәт Мостафин дәрестәрҙең нисек уҙыуы менән ҡыҙыҡһынды, медицина кабинеттарын, бассейнды, балалар бүлмәләрен ҡараны. Айырым алғанда, учреждение хеҙмәткәрҙәре ғәҙәти фатирҙағы кеүек махсус йыһазландырылған бүлмәләрҙе күрһәттеләр. Шулай итеп, балаларҙы таныш булмаған өй шарттарында яйлаштыралар.

Хәҙерге ваҡытта балалар йортонда 126 бала тәрбиәләнә. Был йылды үҙ ғаиләләренә 41 бала ҡайтарылған, 33 бала уллыҡҡа алынған, 43 бала тәрбиәгә алынған. Балалар йорттарына һәм интернат-йорттарға 11 бала күсерелгән.

Киләһе йылда Өфө махсус балалар йорто үҙенең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Эш менән танышҡас һәм территорияны ҡарап сыҡҡандан һуң, Өфө хакимиәте башлығы учреждениеға ҡала исеменән юбилейға бүләк яһарға – территорияла яңы заманса балалар майҙансығын булдырырға вәғәҙә итте. Өлфәт Мостафин балалар йорто белгестәрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы, уңыштар теләне һәм фиҙаҡарлыҡтары, сабыйҙарҙы ҡайғыртыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Бары тик ҙур йөрәкле кешеләр генә бындай учреждениела эшләй ала, тип асыҡланы ул.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA