Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ө.М. Мостафиндың ҡотлауы. 

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!

Хөрмәтле Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Һеҙҙе ысын күңелдән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!

Башҡортостандың Төп Законы 25 йыл элек, Федераль Конституцияһы баҫылып  12 көндән һуң ҡабул ителде.

Бөгөн беҙҙең республика – Рәсәй Федерацияһының үҫешкән төбәктәрҙең береһе һанала, ә Өфө ҡалаһы иҡтисади һәм социаль күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Алда беҙҙе ҙур эштәр һәм оло еңеүҙәр көтә.

Халыҡ өсөн уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, тормош шарттарын яҡшыртыу, социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү – муниципалитет эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.

Һөҙөмтәле хеҙмәт кенә илде, республиканы һәм ҡаланы оло еңеүҙәргә алып киләсәк. Был хаҡиҡәтте һәр кем яҡшы аңлай. Төп Закон киләсәктә лә иҡтисади үҫеш, ижтимағи тотороҡлоҡ, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ өсөн ныҡлы нигеҙ буласаҡ тигән ышаныстамын.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, ҡала һәм республика өсөн билдәләнгән барлыҡ пландарҙың һәм башланғыстарҙың тормошҡа ашыуын теләйем!

 

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы                                                                              Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA