Өлфәт Мостафин Киров районының социаль объекттарын ҡараны

2018 йылдың 15 декабрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Киров районының социаль объекттарарын тикшерҙе.

2018 йылдың 15 декабрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Киров районының социаль объекттарарын тикшерҙе.

Сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ҡала райондары башлыҡтары, ҡала структураларының етәкселәре ҡатнашты.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бындай аралашыу форматы ҡала башлығы тарафынан тәҡдим ителгән һәм һәр шәмбе көнө муниципалитетның барлыҡ райондарында үткәреләсәк.

Өлфәт Мансур улы учреждение территорияларын ҡарап сыҡты, кадрҙар составы һәм матди-техник тәьмин ителеүе менән танышты, предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты.

Бөгөнгө көндә предприятие балансында 52 берәмек техника бар. Етәксе һүҙҙәре буйынса, учреждение ҡышҡы осорҙа эшләр өсөн барлыҡ кәрәкле әйберҙәр менән тулыһынса тәмьмин ителгән.

Киләһе объект булып йәш үҫмерҙәр клубы торҙо. Бинаның майҙаны 207 квадрат метр. Бында уҡыу синыфтары, хореография һәм тамаша залдары төҙөкләндерергә планлаштырыла. Шулай уҡ өҫтәлмә белем биреү учреждениеһында бейеү һәм вокал студияһы урынлашасаҡ.

Әлеге ваҡытта үҫмерҙәр клубы кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Яңы йыл башынан ул үҙенең ҡунаҡтарын көтә.

«Кузнецов Затоны» микрорайонында граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге йорттарынан күсереү маҡсатында һәм шул иҫәптән социаль торлаҡ, йәғни йәтим балаларҙы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәмьин итеү өсөн күпләп төҙөлөш алып барыла.

Микрорайон менән танышыу барышында Өлфәт Мостафин районда йәшәүселәр өсөн яңы балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

Шулай уҡ хакимиәт башлығы Ғабдулла Амантай урамы буйынса 2-се һанлы балалар хәстәханаһының филиалы төҙөлөшөн ҡарап сыҡты, уны асыу 2019 йылдың мартына планлаштырылған. Өлфәт Мостафин һүҙҙәре буйынса, был ваҡытлы ҡарар. Артабан Колгуевский микрорайонында типлаштырылған проект буйынса заманса хәстәхана төҙөләсәк.

Һөҙөмтәлә Өлфәт Мостафин бындай сараларҙың әһәмиәтен асыҡланы һәм әлеге объекттар буйынса бурыстарҙы хәл итеү өсөн өс тәүлек эсендә «юл картаһын» эшләргә ҡушты.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA