Өфө коммуналь хеҙмәттәре яңы ҡар таҙартыу техникаһы менән тәьмин ителәсәк

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре 39 берәмек ҡар таҙартыу техникаһы менән тулыландырыласаҡ, тип 27 ноябрҙа уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләнеләр.

Һауа торошоноң үҙгәреше, күпләп ҡар яуыуы ҡала хеҙмәткәрҙәренә етди көсөргәнеш булдыра. Көн һайын ҡаланы ҡарҙан таҙартыу эштәренә 300-ҙән ашыу техника йәлеп ителә. Әлбиттә был эштәрҙе сифатлы башҡарыу өсөн коммуналь автопаркты яңартыу талап ителә.

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре 39 берәмек ҡар таҙартыу техникаһы менән тулыландырыласаҡ, тип 27 ноябрҙа уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләнеләр.

Иң беренсе техниканы Өфө ҡалаһы Калинин районының төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы ҡабул итте. Бөгөнгө көндә предприятиела 44 ҡар таҙартыу техникаһы бар. Төҙөкләндереү учреждениеһы директоры Альберт Нәғимов һүҙҙәре буйынса, яңы автогрейдер Калинин районын ҡышҡы осорҙа яҡшы һәм таҙа хәлдә тотоу өсөн ҙур ярҙам күрһәтәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA