Өфө ҡалаһының Ленин районына яңы йыл символы килеп етте

Байрам кәйефен тыуҙырыу маҡсаты менән Өфө ҡалаһының Ленин районында яңы йылға ҡаршы етди әҙерлек дауам итә.
Байрам кәйефен тыуҙырыу маҡсаты менән Өфө ҡалаһының Ленин районында яңы йылға ҡаршы етди әҙерлек дауам итә. Предприятиелар, ойошмалар, эшҡыуарҙар был эшкә ҡушылып биналарын әүҙем биҙәй башланы. Көндән көн Ленин районы урамдары байрамса сағыулана килә. Бөгөн «Тулҡын» скверына Благовещен районынан 24 метрлыҡ ҡупшыҡай килеп етте. Әлеге ваҡытты Төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре шыршыны нығытыу менән шөғөлләнә. Быйыл урман ҡупшыҡайҙары райондың өс майҙанын биҙәйәсәк – Затон биҫтәһенең «Тулҡын» скверы алдында, Нижегородка биҫтәһенең «Нижегородец» стадионында һәм 8 Март ҡасабаһының үҙәк майҙанында.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA