Ҡарҙан таҙартыу эштәре ваҡытында үтәлһен өсөн

Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен үтәмәү урындарын асыҡлау һәм уларҙы иҫкәртеү маҡсаты менән Өфө ҡалаһының Ленин районындағы бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү буйынса йәмәғәт именлеге идаралығы белгестәре рейдҡа сыҡты.
Ҡарҙан таҙартыу эштәре ваҡытында үтәлһен өсөн
Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен үтәмәү урындарын асыҡлау һәм уларҙы иҫкәртеү маҡсаты менән Өфө ҡалаһының Ленин районындағы бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү буйынса йәмәғәт именлеге идаралығы белгестәре рейдҡа сыҡты. Идара белгестәре – Ленин районы Хакимиәтенең ҡарамағындағы Административ комиссия ағзалары, райондағы предприятие, ойошма һәм учреждениеларының тирә-яҡ территорияларын ҡарҙан таҙартыу тәртибен тикшерҙе. Рейд барышында предприятие, ойошма етәкселәре менән тирә-яҡ территорияны ҡарҙан таҙартыу кәрәклеге тураһында профилактик әңгәмә үткәрелде, 46 иҫкәртеү һәм 4 административ протокол төҙөлдө.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA