Өлфәт Мостафин «Чесноковка» муниципаль янғын бүлеген тикшерҙе

24 ноябрҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин эш сәфәре менән «Чесноковка» муниципаль янғын бүлегендә булды.

24 ноябрҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин эш сәфәре менән «Чесноковка» муниципаль янғын бүлегендә булды.

Осрашыуҙа шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, «Өфө ҡалаһы янғындан һаҡлау идаралығы» муниципаль бюджет учреждениеһы етәксеһе Рәүил Кәримов, «Өфө ҡалаһы янғындан һаҡлау идаралығы» етәксеһенең беренсе урынбаҫары Илдус Карамов һәм башҡалар ҡатнашты.

«Чесноковка» муниципаль янғын бүлеге «Өфө ҡалаһы янғындан һаҡлау идаралығы» муниципаль бюджет учреждениеһы составына инә һәм ун дүрт торлаҡ пункт территорияһын һаҡлай. Янғын ҡурҡынысһыҙлығын тәьмин итеүҙән тыш, янғындарҙы профилактикалау эшенә лә ҙур иғтибар бирәләр.

«Өфө ҡалаһы янғындан һаҡлау идаралығы» етәксеһе Рәүил Кәримов ойошманың эшмәкәрлеге һәм уны йыһазлау тураһында ентекләп һөйләне. Бында барлығы 6 янғын автомобиле бар, шуларҙың 4-һе хәрби иҫәптә  «Урал» автомашинаһы базаһында АЦ-6/70 һәм АЦ-7,5/40, шулай уҡ ПНС-100 янғын-насос станцияһы һәм АПП 0,5 ГАЗ беренсе ярҙам автомобиле. Резервта АЦ-3/50 һәм АЦЛ-4/22 автомобилдәре бар.

Сәфәр барышында Өлфәт Мостафин «Чесноковка» муниципаль янғын бүлегенең шәхси составы менән аралашты, янғын техникаһын, диспетчер һәм янғын бүлеге биналарын, спорт-сәләмәтләндереү комплексын, волейбол, баскетбол, ҙур теннис һәм мини-футбол өсөн асыҡ майҙансыҡтар менән танышты.

Һөҙөмтәлә Өлфәт Мостафин «Чесноковка» етәкселәре һәм шәхси составы тарафынан башҡарылған эшкә юғары баһа биҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA