Өфөлә В. И. Ленин исемендәге майҙанда Яңы йыл шыршыһын ҡуйҙылар

Өфөлә В. И. Ленин исемендәге майҙанда баш ҡаланың төп шыршыһын урынлаштырҙылар. 30 метр бейеклектәге шыршы Благовещен районынан килтерҙеләр, монтажды «Горзеленхоз» МУП хеҙмәткәрҙәре башҡаҙы.  Киләһе көндәрҙә шыршыны уйынсыҡтар һәм гирляндалар менән биҙәйәсәктәр, Яңы йыл ҡаласыҡтары, һырғалаҡтар төҙөйәсәктәр.

Республика баш ҡалаһының барлыҡ ете районында ла Яңы йыл шыршылары ҡуйыласаҡ һәм боҙ ҡаласыҡтары төҙөләсәк. Әлеге ваҡытта был эшкә әүҙем әҙерлек бара. Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев майҙанында шыршы ҡуйылды. Был 28 метрлы урман ҡупшыҡайын Нуриман районыан килтерҙеләр.

Яңы йыл ҡаласыҡтарының урынлашыуын муниципалитеттың рәсми сайтында «Документтар» бүлегендә танышырға мөмкин. Бынан тыш, һырғалаҡтар һәм шыршылар ҡала йорттарының ихаталарында ла ҡуйыласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA