Өфө ҡалаһы юлдарын ҡарҙан таҙартыу эштәре алып барыла

Бөгөн төндә 22 ноябрҙа Өфө ҡалаһы урам-юл селтәрен ҡарҙан таҙартыуға 350 берәмек техника һәм 2000-гә яҡын торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде.

Өфө коммуналь хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә ҡаланы ҡарҙан таҙарталар һәм боҙлауыҡ күренештәренә бәйле уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн кәрәкле барлыҡ эштәрҙе лә эшләйҙәр. Беренсе сиратта күперҙәрҙе, юл үткәргестәрҙе ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән эшкәртеүгә иғтибар бирелә. Шулай уҡ тротуарҙар, баҫҡыстар һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштары майҙансыҡтарын таҙарталар.

Бөгөн төндә 22 ноябрҙа Өфө ҡалаһы урам-юл селтәрен ҡарҙан таҙартыуға 350 берәмек техника һәм 2000-гә яҡын торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде.

Йәйәүлеләргә һәм машина йөрөтөүселәргә бик һаҡ һәм иғтибарлы булырға, һауа шарттарының үҙгәреүен күҙәтергә кәңәш итәбеҙ. Төрлө ашығыс хәлдәрҙә 112 ҡотҡарыу хеҙмәтенең берҙәм номеры буйынса мөрәжәғәт итәргә кәрәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA