Өфө ҡалаһында Яңы йылға әҙерлек бара

21 ноябрҙа Өфө ҡалаһының Салауат Юлаев майҙанында Яңы йыл байрамының төп символы урынлашты. 28 метр бейеклектәге шыршы Нуриман районынан килтерелгән.

21 ноябрҙа Өфө ҡалаһының Салауат Юлаев майҙанында Яңы йыл байрамының төп символы урынлашты. 28 метр бейеклектәге шыршы Нуриман районынан килтерелгән. Киләһе көндәрҙә шыршыны уйынсыҡтар һәм иллюминация менән биҙәйәсәктәр, Яңы йыл ҡаласыҡтары, һырғалаҡтар төҙөйәсәктәр.

Ленин майҙанында урман ҡупшыҡайы 22 ноябрҙа ҡуйыласаҡ.

Яҡын арала баш ҡаланың бар райондарында ла шыршылар ҡуйыласаҡ. Әлеге ваҡытта был эшкә әүҙем әҙерлек бара. 

Яңы йыл ҡаласыҡтарының урынлашыуын муниципалитетның рәсми сайтында «Документтар» бүлегендә танышырға мөмкин. Бынан тыш, һырғалаҡтар һәм шыршылар ҡала йорттарының ихаталарында ҡуйыласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA