Өлфәт Мостафин баш ҡала муниципаль предприятиеларын ҡараны

21 ноябрҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин баш ҡала муниципаль предприятиеларын ҡараны.

21 ноябрҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин баш ҡала муниципаль предприятиеларын ҡараны.

Беренселәрҙән булып «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһын тикшерҙе. Уның төп эш йүнәлеше – ул  йәшел хужалыҡ объекттарын яҡшы хәлдә тотоу, ремонт-төҙөлөш һәм йәшелләндереү эштәре.

Предприятие хеҙмәткәрҙәре 84 үҙәк ҡала объектын, 19 фонтан, 33 һәйкәл, 21 767 га ҡала урмандарын, 60 га майҙанлы ирекле хужалыҡ һәм урман питомнигын хеҙмәтләндерә.

Эш сәфәре барышында Өлфәт Мостафин шулай уҡ «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһында булды.

Өлфәт Мансур улы  учреждение территорияларын ҡарап сыҡты, кадрҙар составы һәм матди-техник тәьмин ителеүе менән танышты, предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Муниципалитет башлығы сәфәр барышында килеп сыҡҡан айырым һорауҙарҙы контролгә алырға ҡушты. Айырым алғанда, был хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы, шулай уҡ саң һурҙырғыс һатып алыу һәм урынаштырыу мәсьәләләре булды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA