Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге паркта каток асылды

2018 йылдың 17 ноябрендә баш ҡаланың иң ҙур асыҡ катоктарының береһе үҙ эшен башланы. Майҙаны 5 000 кв. метр булған боҙ майҙансығы Мәжит Ғафури исемендәге паркта урынлашҡан.

Ялтырап ятҡан катокта өфөлөләрҙең һәм ҡала ҡунаҡтарының конькиҙа  шыуырға мөмкинселектәре бар. Актив ял итергә яратыусылар өсөн йылы сисенеү бүлмәһе, бәҙрәф махсус йыһазландырылған, конькиҙарҙы прокатҡа алырға һәм дә үткерләтергә мөмкин.

Катоктың эш ваҡыты-ял көндәрендә 11:00 сәғәттән 23:00 сәғәткә тиклем, эш көндәрендә 14:00 сәғәттән 23:00 сәғәткә тиклем. Инеү түләүле.

Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын дуҫтары һәм яҡындары менән бергә конкиҙа шыуып, ваҡытты актив үткәрергә саҡырабыҙ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA