Һаҙлыҡлы урамында ерҙең убылып төшөү сәбәптәре асыҡлана

Бөгөн, 19 ноябрҙа, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй МЧС Баш идаралығына Нижегородка микрорайоны Һаҙлыҡлы урамында ерҙең убылып төшөүе тураһында хәбәр килде.

Һаҙлыҡлы урамында ерҙең убылып төшөү сәбәптәре асыҡлана

Бөгөн, 19 ноябрҙа, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй МЧС Баш идаралығына Нижегородка микрорайоны Һаҙлыҡлы урамында ерҙең убылып төшөүе тураһында хәбәр килде. Бында соҡорға ике автомобиль төшөп киткән.

Бәхеткә ҡаршы,  соҡорҙың күләме артмай, торлаҡ йортка янауҙар юҡ һәм зыян күреүселәр юҡ.

Урында МЧС Баш идаралығының оператив группалары һәм «Башҡортостан Республикаһы буйынса 22-се ФПС отряды», шулай уҡ Өфө ҡалаһы ЦПСО оператив группалары, «Уфаводоканал», ҡала һәм район хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһының Ленин районын төҙөкләндереү буйынса учреждениелар көстәре менән автомобилдәр соҡорҙан сығарылды. Әлеге ваҡытта ерҙең убылып төшөү сәбәптәре асыҡлана.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA