19 ноябрҙан Өфөлә «Хәүефһеҙлек аҙнаһы» башлана

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы 19 ноябрҙан 30 ноябрға тиклем үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы эксплуатациялау барышында «Хәүефһеҙлек аҙнаһы» тигән шартлы исем аҫтында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса саралар үткәрә.

Был саралар тракторҙарҙы, юл-төҙөлөш машиналарын һәм уларға тағылмаларҙы эксплуатациялағанда хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн үтәсәк.

Үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы тикшергәндә руль механизмдарына, тормоз системаһына, тышҡы яҡтылыҡ сигнализацияһының приборҙарына, двигателдең ашығыс туҡталыш яйланмаларының төҙөклөгөнә, туҡланыу системаһының герметиклығына айырым иғтибар биреләсәк. Үҙ йөрөшлө машиналар менән идара итеүселәрҙең  теркәү документтары булыу, йыл һайын үткән техник тикшереү һәм тракторсы-машинисттарҙың үҙ йөрөшлө машина менән идарә итеү хоҡуғына билдәләнгән рөхсәт танытмалыры тикшерелә.

Техниканың торошон тикшереүҙән тыш, профилактик сараларҙың төп бурысы булып эштәрҙе мәғлүмәт саралары аша башҡарыу барышында техника ҡулланғанда, шулай уҡ шәхси осрашыуҙар һәм әңгәмәләр барышында норматив талаптарҙы хужаларына еткереү тора.

Шуға бәйле рәүештә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы үҙ йөрөшлө машиналар һәм тағылмалар хужаларын техниканы эксплуатациялағанда билдәләнгән нормаларҙы һәм талаптарҙы үтәү зарурлығы тураһында билдәләй.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA