Өфө ҡалаһында яҡтыртыу системаһының яңы эш режимына күстеләр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, республика баш ҡалаһын яҡтыртыу буйынса өҙлөкһөҙ һәм юғары нәтижәле эште тәьмин итеү маҡсаттарында, Өфө хакимиәте урам уттарының эш графигын яңынан ҡараны.

Бер йылға яҡтыртыу менән тәьмин итеү графигы раҫланған. Унда яҡтыртыуҙы ҡуйыу ваҡыты тәүлектең ҡараңғы ваҡыты етеүгә бәйле рәүештә билдәләнгән. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә ҡала буйынса яҡтыртыу 17:45 сәғәттә ҡуйыла һәм 08:10 сәғәттә һүндерелә. Шул уҡ ваҡытта «төнгө режим» тип аталған эш графигы 23: 30 сәғәттән 06: 30 сәғәткә тиклем эшләй.

Бөгөнгө көндә әлеге график үҙгәртелгән - «төнге режим» төнгө сәғәт берҙән иртәнге бишкә тиклем эшләй.

Ҡалала ут объекттарына хеҙмәт күрһәтеү менән «Өфө ҡалаһы уттары» муниципаль унитар электр селтәрҙәре предприятиеһы шөғөлләнә. Уның балансында 89833 ут пункттары, 367 светофорҙар, 759 туҡланыу пункттары, 51 каскад, 40 трансформатор подстанциялары бар. Ут селтәрҙәренең тулы оҙонлоғы 2017 саҡрым тәшкил итә, шул иҫәптән кабель линиялары 889 саҡрым.

«Аҡыллы ҡала» технологияларын ғәмәлгә индереү сиктәрендә «Өфө ҡалаһы уттары» предприятиеһы ҡалала тышҡы яҡтыртыу һәм юл хәрәкәте менән автоматлаштырылған идара итеү өсөн заманса диспетчерлыҡ үҙәген булдырыу буйынса пилот проекты ғәмәлгә ашырылды. Был иһә яғыулыҡ-майлау материалдарына ваҡытты һәм сығымдарҙы экономияларға мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ прпедприятиела ртуть лампалы яҡтыртҡыстарҙы натрий лампалы яҡтыртҡыстарға алмаштырыу буйынса эш алып барыла.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA