Иң романтик ғаилә Ленин районында йәшәй

Кисә, 12 ноябрь, Конгресс-холда «Йәш ғаилә-2018» ҡала конкурсы тамамланды. Ете йәш ғаилә араһында Өфө ҡалаһының Ленин районының намыҫын Крючковтар ғаиләһе яҡланы.
Кисә, 12 ноябрь, Конгресс-холда «Йәш ғаилә-2018» ҡала конкурсы тамамланды. Ете йәш ғаилә араһында Өфө ҡалаһының Ленин районының намыҫын Крючковтар ғаиләһе яҡланы. Интеллектуаль ярышы, ғаилә тормошон сағылдырған герб төшөрөү һәм йыр ярыштары артта ҡалды. Кисә ҡатнашыусылар ижади сығыш һәм дефиле конкурсында көс һынашты. Конкурстың һөҙөмтәләре буйынса Андрей һәм Александра Крючковтарҙың ғаиләһенә «Романтизм һәм ғаилә гармонияһы» номинацияһы бирелде.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA