Ленин районында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2019» конкурсының район этабы башланды

Өфө ҡалаһы Ленин районында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2019» конкурсының район этабы башланды. Быйыл бәйгелә ҡатнашырға 11 район уҡытыусыһы теләк белдергән. Улар «Эссе», «Метод семинар», «Уҡыу дәресе», «Класс сәғәте», «Мастер-класс» һәм «Түңәрәк өҫтәл» бәйгеләрендә көс һәм тәжрибә һынашасаҡ.
Өфө ҡалаһы Ленин районында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2019» конкурсының район этабы башланды. Быйыл бәйгелә ҡатнашырға 11 район уҡытыусыһы теләк белдергән. Улар «Эссе», «Метод семинар», «Уҡыу дәресе», «Класс сәғәте», «Мастер-класс» һәм «Түңәрәк өҫтәл» бәйгеләрендә көс һәм тәжрибә һынашасаҡ. Былтырғы конкурстың һөҙөмтәләре Ленин районы өсөн бик һөйөнөслө булды. 39-сы Гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сәфиуллина район, унан республика этаптарында уңышлы сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһының намыҫын Санкт-Петербург ҡалаһында яҡланы һәм «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы - 2018» конкурсының Лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA