Мостай Кәрим әҫәрҙәрен яттан һөйләу халыҡ-ара интернет-конкурсы иғлан ителде

Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнөндә 2018 йылдың 20 октябрендә Мостай Кәрим әҫәрҙәрен уҡыусыларҙың халыҡ-ара интернет-конкурсы иғлан ителде.

Конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған һәм йәштәр араһында шағирҙың ижади мираҫын популярлаштырыуға, йәш быуындың ижади активлығын яҡлауға, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы әҙәбиәт үрнәктәрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу арттырыуға һәм пропагандалауға йүнәлтелгән.

Конкурсты ойоштороусылар - БР мәҙәниәте министрлығы, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендеге милли китапханаһы.

Ижади ярыш 4 һәм унан да күберәк йәштәгеләр ҡатнаша ала. Конкурс сиктәрендә ҡатнашыусылар Мостай Кәрим әҫәрҙәренең видеояҙмаһын тәҡдим итәләр. Ҡатнашыусыларға төрлө әҫәрҙе йәки әҫәрҙән өҙөктө музыка менән тәьмин итеп, костюмдар ҡулланып, төрлө телдә ятларға мөмкин. Конкурс 2019 йылдың апрелендә тамамлана.

Ғаризалар 2019 йылдың 1 мартына тиклем электрон адрес буйынса ҡабул ителә: karimrb2019@mail.ru

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт положениела күрһәтелгән.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA