Республикала һауа торошоноң киҫкен түбәнәйеүе көтөлә

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторингылау буйынса Башҡортостан идаралығы мәғлүмәте буйынса, 9-12 ноябрҙа арктик һауа массаһы кереүгә бәйле рәүештә, республика территорияһында һауа температураһы төндә -10, -15°, аяҙайтҡанда -16, -21°, көндөҙ -5, -10°, айырым райондарҙа -15° тиклем төшәсәк. 9 һәм 10 ноябрҙа урыны менән ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булырға мөмкин.

Шуға бәйле рәүештә ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Боҙлауыҡ барлыҡҡа килмәһен өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән эшкәртергә әҙер.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте автомобиль хужаларын юлдарҙа күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн хәүефһеҙлек сараларын ҡабул итергә саҡыра. Айырым алғанда, йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырырға. Тиҙ йөрөшлө режимға ла иғтибар итәргә кәрәк: тиҙлекте кәметергә, дистанцияны күҙәтеп торорға, киҫкен туҡталыуҙарҙан ҡотолорға, бер рәттән икенсе рәткә күсмәҫкә. Һәр хәрәкәтегеҙ башҡа водителдәргә аңлайышлы булырға тейеш. Шулай уҡ был ваҡытта күперҙәрҙә, тимер юл киҫеүҙәрендә һәм ҡалҡыулыҡтарҙа айырыуса уяу булырға кәрәк.

Йәйәүлеләргә айырым иғтибар талап ителә: ҙур капюшонлы куртка һәм шарфтар күҙәтеүҙе ҡыйынлаштыра, яҡынлашып килеүсе автомобилде һиҙмәй ҙә ҡалыу мөмкин. Шулай уҡ тәүлектең ҡараңғы ваҡытында машина йөрөтөүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеү зарур.

Штаттан тыш хәл килеп тыуған осраҡта «112 ҡотҡарыу хеҙмәтенә» шылтыратығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, берҙәм «112» номерына сим-картаһыҙ, аҡсаһыҙ һәм дә телефонығыҙ блокировкала торғанда ла шылтыратырға мөмкин.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA