Өфөлә Мостай Кәрим тураһында китаптың исем туйы фекерҙәштәрен йыйҙы

Өфөлә күренекле һүҙ оҫтаһы, шағир, прозаик, драматург һәм публицист, философ һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған саралар башланды. Юбилей йылы «Тулыһынса беҙҙеке» девизы аҫтында уҙа.

Өфөлә күренекле һүҙ оҫтаһы, шағир, прозаик, драматург һәм публицист, философ һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған саралар башланды. Юбилей йылы «Тулыһынса беҙҙеке» девизы аҫтында уҙа.

Тәүге сара — «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китап-альбомы менән таныштырыу Башҡорт опера һәм балет театрында уҙҙы. Шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова билдәләүенсә, исем туйы фекерҙәштәрен — Башҡортостандың халыҡ шағирының ижадын һөйөүселәрҙе бергә тупланы.

«Башҡортостанда Мостай Кәримде хәтерләйҙәр, ләкин Мәскәү милли шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың исемдәрен онотҡан. Тәү сиратта йәш быуынды Мостай Кәримдең ижады һәм шәхесе менән таныштырырға кәрәк, — тине Әлфиә Мостай ҡыҙы. — Китап уҡыусы уны кеше булараҡ яҡындан белһен ине. Бында уның билдәле бер ваҡиғаларға ҡағылышлы уй-фекерҙәре, поэзияһы, прозаһы, көндәлектәренән өҙөктәре, публицистикаһы».

Китап төҙөү идеяһы — шағирҙың ейәне, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримовтыҡы. Уны фонд булышлығында «Инеш» нәшриәте сығарған. Ошо үҙенсәлекле китапта автор уҡыусы менән тормош, Тыуған ил, күңел, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ хаҡында фәлсәфәүи әңгәмә ҡорған кеүек. Төҙөүселәре Алексей Фенин һәм Гөлнара Белозерова, Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеп, ижадының тотош ил контексында шағирҙың яҙмышы тураһында төшөнсә бирә, уны хәҙерге нәфис әҙәбиәттең сағыу, тәрән һәм үҙенсәлекле күренеше итеп күрһәтә алырлыҡ өҙөктәрен һайлаған.

«Китап бик тиҙ — 4,5 ай эсендә әҙер булды. Гөлнара Белозерова Мостай Кәримдең бөтә ижадын өйрәнде, — тип һөйләне Алексей Фенин. — Был китап бөгөнгә, иртәгәгә генә түгел, ә оҙаҡҡа. Ғаиләһе ҙур ярҙам күрһәтте, шул иҫәптән материалдар менән дә».

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай йыйылыусыларға Мостай Кәримдең алыҫ 1969 йылда Бөрйән районы уҡыусыларына яҙған хатын күрһәтте. Хатында ул Ҡәҙим Әбделғәлим улы етәкселегендә (ул ваҡытта әҙәбиәт уҡытыусыһы) 50 йәше менән ҡотлаған һәм портретын төшөрөп ебәргән балаларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерә. Шағир башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалына арналған шиғырын да уҡып ишеттерҙе.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова Мостай Кәримдең автографын иң ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлауы тураһында хәбәр итте һәм 2019 йылда шағирҙың юбилейы юғары кимәлдә уҙыр тип вәғәҙәләне.

Сара барышында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары шиғырҙар һәм китаптан өҙөктәр уҡыны. Шулай уҡ китаптың Мәскәүҙә «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале барышында уҙған исем туйынан өҙөк күрһәтелде.

Китап ҙур бүләк форматында сығарылған һәм сағыу биҙәлгән. Шәхси, республиканың билдәле фотографтары архивынан фотоһүрәттәр менән байытылған.

Исем туйына йыйылыусылар тәүгеләрҙән булып ошо үҙенсәлекле китапҡа эйә булды. Һатыуҙан килгән аҡса хәйриәлеккә йүнәлтелә. Баҫма тиҙҙән Өфөләге китап магазиндарына һатыуға сыға.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA