Өфөлә «Башавтотранс» ҡайһы бер маршруттарға өҫтәлмә автобустар бүлде

018 йылдың 6 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының «Башавтотранс» предприятиеһы ҡала яны маршруттарына «НЕФАЗ» маркалы өҫтәлмә автобустар ебәрҙе.

Өфөлә «Башавтотранс» ҡайһы бер маршруттарға өҫтәлмә автобустар бүлде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын транспорт хеҙмәте күрһәтеүенең сифатын яҡшыртыу маҡсатында Өфө хакимиәте ҡалала даими пассажирҙар ташыу системаһын камиллаштырыу буйынса комплекслы эштәрҙе дауам итә.

2018 йылдың 6 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының «Башавтотранс» предприятиеһы ҡала яны маршруттарына «НЕФАЗ» маркалы киләһе өҫтәлмә автобустар ебәрҙе:

107-с е «Өфө-Михайловка – Суровка-СНТ «Озерки» - 3 автобус,

108-се «Өфө – Урман хужалығы» - 5 автобус,

109-сы «Өфө - «Шәмәк» ауыл хужалығы предприятиелары» - 2 автобус;

112-се «Өфө – Миловка» - 4 автобус;

115-се  «Өфө - Алексеевка» - 4 автобус.

Автобустар хәрәкәте интервалы 6.30 сәғәттән 9.00 сәғәткә тиклем, шулай уҡ 17.30 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем 15 минут тәшкил итә.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Транспорт буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре әлеге йүнәлештәрҙә мониторинг алып барылыуын хәбәр иттеләр.

Транспорт хеҙмәте күрһәтеүенең сифаты мәсьәләләре буйынса 8 (800) 222-23-47 телефонына мөрәжәғәт итәргә мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA