Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланған байрам концерты үтте

2018 йылдың 2 ноябрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Беҙ берҙәм» тигән байрам концерты ҡала мәҙәниәт һарайында үтте.

2018 йылдың 2 ноябрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Беҙ берҙәм» тигән байрам концерты ҡала мәҙәниәт һарайында үтте.

Сарала Өфө ҡалаһы ҡала округы башлығы Валерий Трофимов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, Өфө ҡалаһында Белорусия илселеге бүлеге етәксеһе Петр Балтрукович, район хакимиәте башлыҡтары, ҡала Советы депутаттары һәм башҡалар ҡатнашты.

Тантаналы кисәне ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле башҡарыуында «Берҙәм ғаиләлә» вокаль-хореографик композицияһы асты.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов өфөлөләрҙе һәм Башҡортостан баш ҡалаһы ҡунаҡтарын яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.

- Беҙҙең илдә йәшәүселәр һәр ваҡыт берҙәмлек традицияларын һаҡлап ҡалды. Тап ошо бөтөн йәмғиәтте берләштереү, уның ил яҙмышы өсөн юғары яуаплылыҡ хисе, бойондороҡһоҙлоҡто һаҡлап ҡалырға һәм Рәсәй дәүләтселеген торғоҙорға, шулай уҡ Бөйөк державаны төҙөү өсөн шарттар тыуҙырырға мөмкинлек бирҙе, - тип асыҡланы ул.

Шулай уҡ Салауат Хөсәйенов үҙ сығышында ҡаланың балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар һәм поликлиникалар, спорт ҡоролмалары төҙөлөшөнә һәм реконструкциялауға айырым иғтибар биреүен билдәләп үтте. Республиканың баш ҡалаһында ихаталар актив төҙөкләндерелә, юлдар ремонтлана, ҙур инфраструктура объекттары төҙөлә.

- Беҙҙең алда ҙур һәм яуаплы бурыстар күп. Хәҙерге ваҡытта Өфөлә яңы микрорайондар актив рәүештә төҙөлә, заманса торлаҡ комплекстары барлыҡҡа килә. Уңайлы торлак менән бер рәттән был микрорайондарҙа заманса социаль объекттар булдырырға кәрәк. Һәм беҙ был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ.

Кисәне дауам итеп, ҡаланың мәҙәни-ял учреждениелары солисттары һәм ижади коллективтар, шулай ук «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле тамашасыларҙы үҙҙәренең сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Фойела Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Өфө – тарих биттәрендә» фотокүргәҙмәһе ойошторолған ине.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA