Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

2018 йылдың 31 октябрендә Өфө Конгресс-холлында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған тантаналы йыйылышы уҙҙы.

2018 йылдың 31 октябрендә Өфө Конгресс-холлында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған тантаналы йыйылышы уҙҙы.

Фойела БР АПК-һының экспорт потенциалы ҡулланыусылар кооперативтары һәм фермер хужалыҡтары продукцияһы, ауыл тематикаһы буйынса иң яҡшы балалар рәсемдәре күргәҙмәләре ойошторолдо.

Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары, дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре һәм башҡалар булды.

Республика аграрийҙарын һөнәри байрамдары менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡотланы.

Регион етәксеһе хәбәр итеүенсә, быйыл республикала 3,3 млн. тоннанан артыҡ ашлыҡ йыйылған, агросәнәғәт комплексы продукцияһы күләме 120 млрд. һумға еткән. Радий Хәбиров аграрийҙарҙы был иҫ киткес уңыш менән ҡотланы, Башҡортостан киләсәктә лә илдә аграр етештереү лидерҙары араһындағы позицияларҙы нығытасаҡ, тип билдәләп үтте. Бының өсөн яңы эш урындары булдырыласаҡ, ауыл халҡының килем кимәле арттырыласаҡ.

Сығыш яһағандан һуң Радий Хәбиров биш район башлыҡтарын ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙә юғары күрһәткестәргә ирешкәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары менән бүләкләне, шулай уҡ механизаторҙар араһында конкурста еңеүселәргә автомобиль асҡыстарын тапшырҙы һәм «Минем ерем – минем байлығым!» тигән балалар конкурсы еңеүселәрен ҡотланы.

Сара байрам концерты менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA