Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләйәсәктәр

Йыл һайын октябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Байрам сиктәрендә бөгөн Өфөлә Конгресс-холлда был датаға бағышланған республика тантаналы йыйылышы уҙасаҡ.

Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләйәсәктәр

Йыл һайын октябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Байрам сиктәрендә бөгөн Өфөлә Конгресс-холлда был датаға бағышланған республика тантаналы йыйылышы уҙасаҡ. Бында, йола буйынса, ауыл хужалығы йылына йомғаҡ яһаясаҡтар, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыларын хөрмәтләйәсәктәр, БР АПК-һының экспорт потенциалы ҡулланыусылар кооперативтары һәм фермер хужалыҡтары продукцияһы, ауыл тематикаһы буйынса иң яҡшы балалар рәсемдәре күргәҙмәләре ойоштороласаҡ.

Хөрмәтле ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Ауыл хужалығы иҡтисадтың мөһим тармағы. Бөгөн был өлкәлә эшләүселәрҙең уңыштарына күбеһенсә беҙҙең ҡаланың, республиканың, ғөмүмән, илдең динамик үҫеше бәйле.

Башҡортостан һәм уның баш ҡалаһы иҡтисады үҫешенә индергән өлөшөгөҙҙө юғары баһалап, халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәъмин итеүҙең һеҙҙең ҡулдарығыҙ менән хәл ителеүен асыҡлап үтәбеҙ.

Ҡалабыҙҙағы традицион көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрендә актив ҡатнашҡан өфөлөләр исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Намыҫлы һөнәри оҫталығығыҙ, һайлаған эшегеҙгә тоғролоғығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.

Тормоштарын ауыр хеҙмәткә бағышлаған, ә бөгөн үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләргә ярҙам иткән ауыл хужалығы ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ һәм баш эйәбеҙ.

Ысын күңелдән һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек, тыуған республикабыҙ һәм уның баш ҡалаһы үҫеше хаҡына бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт һәм уңыштар теләйбеҙ!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA