Өлфәт Мостафин: «Киләһе биш йылға пассажирҙар ташыу өлкәһендә планлаштырыу документын эшләргә һәм раҫларға кәрәк»

2018 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин муниципалитетта беренсе оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Өлфәт Мостафин: «Киләһе биш йылға пассажирҙар ташыу өлкәһендә планлаштырыу документын эшләргә һәм раҫларға кәрәк»

2018 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин муниципалитетта беренсе оператив кәңәшмә үткәрҙе.

- Ҡала алдында торған беренсе сираттағы бурыстарҙы ла, стратегик характерҙағы мәсьәләләрҙе лә һөҙөмтәле хәл итер өсөн мин барығыҙҙы ла берҙәм эшләргә саҡырам,- тип асыҡланы муниципалитет башлығы сәләмләү һүҙендә.

Ул, беренсе сиратта, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡуйған бурыстарға иғтибар итергә кәрәклеген билдәләп үтте. Һүз, барыһынан да элек, заманса йәмәғәт транспорты үҫеше тураһында бара.

Ҡалала инде аҙна дауамында рөхсәт документтарынан башҡа эшләүсе транспорт йөрөтөүселәр эшсәнлеген туҡтатыу буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары, ГИБДД, Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоюл күҙәтселеге идараһы менән уртаҡ эш алып барыла.

Был эштең беренсе көнөндә айырым маршруттарҙа билдәле бер ҡыйынлыҡтар күҙәтелһә, бөгөн был хәл тотороҡланды. Бер үк ваҡытта транспорт сараларының легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәрҙең рәсми рәүештә күсеүе теркәлә. Шулай итеп, 350-нән ашыу автобус хужаһы үҙ эшсәнлеген законлы нигеҙҙә алып барырға әҙер булыуҙарын белдерҙе.

Өлфәт Мансур улы шулай уҡ киләһе биш йылға пассажирҙар ташыу өлкәһендә планлаштырыу документын эшләргә һәм раҫларға кәрәклеген билдәләп үтте.

-Был документта ҡалала булған барлыҡ маршруттар, шулай уҡ Өфөлә ниндәй өҫтәлмә маршруттар керетергә кәрәклеге, ниндәйҙәрен ғәмәлдән сығарырға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт булырға тейеш. Әлеге документты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙерләүегеҙҙе һорайым, - тине ул.

Бынан тыш, Өлфәт Мансур улы Хакимиәт башлығы урынбаҫары – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идараһы башлығы Андрей Федосовҡа Өфөлә электр транспорты үҫеше варианттарын һәм механизмдарын әҙерләргә ҡушты. Шул иҫәптән баш ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ сиктәре араһында айырылған трамвай элемтәһен тоташтырыу варианттары ла бар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA