Өлфәт Мостафин Вахмянин мунсаһы тирәһендәге хәлде асыҡларға ҡушты

2018 йылдың 30 октябрендә муниципалитетта уҙған оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин архитектура мираҫы объекты – Вахмянин мунсаһы тирәһендә барлыҡҡа килгән хәлде асыҡларға ҡушты.

- Пархоменко һәм Чернышевский урамдары киҫелешендә урынлашҡан объект буйынса һорауым бар. Ни өсөн был бина ташландыҡ, унда нимәләр бара - шуны асыҡларға һорайым. Ҡала кешеһенә ҡыҙыҡ түгел, кем унда заказ биреүсе йәки подрядсы. Кешеләр көн һайын уның янынан уҙа, емеректәрҙе күрә һәм хакимлек итеүһеҙ тип уйлай. Ҡала үҙәгендә бындай объектты тоторға ярамай, - тип асыҡланы Өлфәт Мостафин һәм тарихи объектты тергеҙеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә ҡала ерҙәрен һәм муниципаль милекте файҙалы ҡулланыу менән бәйле тағын бер мөһим мәсьәлә күтәрелде.

- Бөгөн Өфөлә ер участкаларын ревизиялау, уларҙың сиктәрен аныҡлау, тотош инвентарлаштырыу алып барылғанын беләм. Руслан Марат улы (Өфө хаҡимиәте башлығы урынбаҫары Р. М. Төхвәтшин), был мәсьәләләр буйынса миңә айырым кереп, ер һәм милек фонды структураһы тураһында белдереүегеҙҙе һорайым. Муниципаль, республика, федераль ерҙәренең өлөшө нимәнән ғибәрәт? Ҡала бюджетына ерҙәрҙе файҙаланған өсөн һалымдар һәм аренда түләүе нисек килә? График буйынса барабыҙмы, әллә унан ҡалышабыҙмы? Был мәсьәләләр буйынса ентекле анализ кәрәк буласаҡ, - тип әйтте Өлфәт Мостафин.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA