Депутаттар Өфө хакимиәте башлығы итеп Өлфәт Мостафинды һайланылар

2018 йылдың 29 октябрендә Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаттарының сираттағы ултырышы булды. Төп мәсьәлә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләү конкурсына йомғаҡ яһау. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп Өлфәт Мансур улы Мостафин һайланды - уның кандидатураһы өсөн күпселек депутаттар тауыш бирҙе.

2018 йылдың 29 октябрендә Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаттарының сираттағы ултырышы булды. Төп мәсьәлә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләү конкурсына йомғаҡ яһау. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп Өлфәт Мансур улы Мостафин һайланды - уның кандидатураһы өсөн күпселек депутаттар тауыш бирҙе.

Ҡала советы ултырышында һайлауға тиклем ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс булды. Бында ҡатнашыу өсөн документтар биргән 28 кешенең туғыҙ кандидатураһы ебәрелде. Конкурс комиссияһы Өфө хакимиәте эш өлкәһендә федераль, республика һәм муниципаль закондары буйынса белемдәрен билдәләү өсөн «БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһын саҡырҙы.

Дәғүәселәрҙең конкурс комиссияһы менән әңгәмәһе уҙҙы, нәтижәле өс кеше тейешле кәңәшкә тәҡдим ителде: Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Олег Александрович Котов, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаты Руслан Флюр улы Зәйнуллин һәм «Өфө газпром газ бүленеше»нең генераль директоры урынбаҫары Өлфәт Мансур улы Мостафин. Улар депутаттарға Өфө ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫешен һәм хакимиәт структураһын тәҡдим иттеләр.

Өлфәт Мостафин үҙ  сығышында Өфөнөң киләсәк үҫеше йүнәлештәрен, айырым алғанда, Өфөнө халыҡ өсөн уңайлы ҡала булараҡ уның үҫешенә йүнәлтелгән стратегияны эшләү кәрәклеген, төҙөлөш, инвестиция йәлеп итеүсәнлеген, юл - транспорт өлкәһе, ҡала халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең мөһимлеген билдәләп үтте.

Өфө хакимиәтен һайлағандан һуң контрактҡа ҡул ҡуйылды - уны ҡала округы башлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы рәйесе Валерий Трофимов һәм Өлфәт Мостафин имзаланы.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ултырышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ышаныс белдереүҙәре һәм ҡабул ителгән ҡарар өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Һуңынан ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров сығыш яһаны, ул ҡабул ителгән ҡарар өсөн ҡала советы депутаттарына рәхмәт һүҙен белдерҙе:

- Өлфәт Мансур улын күп йылдар беләм. Беҙ уның менән шаҡтай ҙур тормош осоро уҙҙыҡ. Бөгөн мин уның эшлекле, профессиональ һәм кешелеклелек сифаттарын билдәләп үтәм. Ҡалабыҙ үҫешһен, уңайлы булһын һәм хакимиәттең, ҡала советының бар эше Өфө ҡалаһында йәшәүселәр  мәнфәғәттәренән сығып эш ителһен өсөн, беҙ барыбыҙ ҙа бергә эшләрбеҙ тип ышанам. Был - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һәм республиканың ҡала, район башлыҡтарына ҡағыла.

Хөрмәтле Өлфәт Мансур Улы! Мин һеҙҙе ҡотлайым һәм бының ниндәй ҙур яуаплылыҡ икәнен яҡшы аңлайым. Һеҙ, барыһынан да элек, ҡала советы биргән яуаплылыҡтарҙың дәрәжәһен аңлап намыҫлы кеше булараҡ барлыҡ бурыстарҙы үтәйәсәкһегеҙ.

Әлбәттә, Өфө – ул Башҡортостан, Башҡортостан – ул Өфө. Республика халҡының дүрттән бере Өфө ҡалаһында йәшәй. Республика Хөкүмәте лә, Өфө ҡалаһы хакимиәте лә бер-бер артлы килеп тыуған шуның өсөн дә бар етди проблемаларҙы бергәләп хәл итәргә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта шуны ла әйтергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте беҙҙең халҡыбыҙҙың, өфөлөләрҙең бурыстарын хәл итеүҙә һеҙҙең иң дөрөҫ партнерығыҙ буласаҡ. Беҙ ҡала округына иҡтисади ярҙам күрһәтеү өсөн йүнәлтелгән бер нисә ҡарар ҡабул иттек инде. Киләсәктә лә шулай эшләрбеҙ тип уйлайым.

Хөрмәтле депутаттар! Бында фекерҙәр һәм сәйәси көстәрҙең бик киң спектры тәҡдим ителгән һәм һеҙ, ғөмүмән, ҡала халҡының мәнфәғәттәрен сағылдыраһығыҙ. Был беҙҙең беренсе осрашыуыбыҙ. Алдағы тормошта ла беҙ һеҙҙең менән конструктив эшләйәсәкбеҙ һәм алға барасаҡбыҙ, тип ышанам. Һеҙҙең ярҙамығыҙға ҙур иҫәп тотам.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA