Һәләтле йәш өфөлөләргә исемле стипендиялар тапшырылды

2018 йылдың 26 октябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ҙур залында ҡала хакимиәте башлығы стипендиаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.

2018 йылдың 26 октябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ҙур залында ҡала хакимиәте башлығы стипендиаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Был стипендия йыл һайын юғары уҡыу ҡаҙаныштарын күрһәткән, концерттарҙа, күргәҙмәләрҙә, әүҙем ҡатнашҡан, төрлө халыҡ-ара, республика һәм ҡала фестивалдәрҙә, конкурстарҙа лауреат һәм дипломант исеменә лайыҡ булған иң һәләтле һәм инициатив уҡыусыларға тапшырыла.

Быйыл республика башлығы стипендияһына 23 уҡыусы лайыҡ булды, ә ҡала башлығы стипендияһына – 58.

Стипендиялаҙы йәш таланттарға Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов тапшырҙы.

Белем, егәрлелек, әүҙем тормош позицияһы профессиональ булғыһы килгән кешегә бик кәрәк, тип билдәләне ул үҙенең сәләмләү һүҙендә.

Йәмғиәттә уңышлы кеше булыр өсөн, илдең сәскә атыуына үҙ өлөшөңдө индереү өсөн һәр саҡ даими үҫешергә, камиллашырға, яңынан-яңы белемдәргә өлгәшергә кәрәк. Шулай уҡ ул йәш таланттарға уңыштар, бөтмәҫ илһам һәм ижади үҫештәр теләне.

Йәш таланттарҙы, иң яҡшы дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусыларын бүләкләү баш ҡаланың изге йолаһына әүерелде. Талантлы балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мөһим бурыстарының береһе булып тора.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA