Өфөлөләрҙе беренсе «Балыҡ йәрминкәһенә» саҡыралар

2018 йылдың 10 ноябрендә «Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексы ҡаршыһында Рыбаков урамы һәм Шкапов тыҡрығы менән сикләнгән Ҡулса урамы буйлап «Балыҡ йәрминкәһе» үтәсәк.

Өфөлөләрҙе беренсе «Балыҡ йәрминкәһенә» саҡыралар

2018 йылдың 10 ноябрендә «Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексы ҡаршыһында Рыбаков урамы һәм Шкапов тыҡрығы менән сикләнгән Ҡулса урамы буйлап «Балыҡ йәрминкәһе» үтәсәк.

Өфөлөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының төрлө балыҡ һәм диңгеҙ продукттарын һатып алырға мөмкинселектәре буласаҡ. Йәрминкәлә республика етештереүселәренең балыҡ продукцияһы тәҡдим ителәсәк.

Шулай уҡ йәрминкә ҡунаҡтарын  балыҡты дөрөҫ итеп бүлгеләргә өйрәтәсәктәр һәм балыҡ һурпаһы менән һыйлаясаҡтар.

Сарала ҡала сәнғәт оҫталары сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡтар.

Был сара ҡала халҡын сифатлы балыҡ продукцияһы менән тәьмин итеү өсөн һәм Өфө ҡалаһы менән республика райондары араһында эшлекле һәм хужалыҡ бәйләнештәрен нығытыу маҡсаты менән уҙғарыла. Ойоштороусылар  – Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте,  Башҡортостан Республикаһы сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Дәүләт комитеты һәм «Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексы.

«Балыҡ йәрминкәһендә» ҡатнашырға саф сөсө һыу һәм диңгеҙ балыҡтарын етештереүселәрҙе һәм һатыусыларҙы саҡырабыҙ. Ҡатнашыр өсөн Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары һәм туризм буйынса идаралығының электрон адресына upr@ufacity.info ғариза ебәрергә кәрәк.

«Балыҡ йәрминкәһенең» эш ваҡыты иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA