Өфөлә пассажирҙар ташыу мәсьәләләре муниципалитет контролендә

23 октябрҙә йәмғиәт транспорты менән булған хәлдәр яйға һалына. 

Өфөлә пассажирҙар ташыу мәсьәләләре муниципалитет контролендә

23 октябрҙә йәмғиәт транспорты менән булған хәлдәр яйға һалына. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 октябрҙә тикшереү үткәреү сәбәпле, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең пассажирҙар ташыу өсөн рөхсәт документы булмаған водителдәр маршрут линияһына сыҡманы. Шуға күрә, ҡала халҡының, бигерәк тә иртәнге сәғәттәрҙә, айырым йүнәлештәргә барып етеүе ҡатмарлашты.

8-се Март ҡасабаһында, Ҡарағай, Көньяҡ һәм Һупайлы биҫтәләрендә, шулай уҡ, Яңы-Масимовкала һәм Черниковкала, 17-се дауахана янында, пассажирҙар ташыу менән бәйле проблемалар күҙәтелде.

23 октябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Транспорт һəм юл хужалығы буйынса дəүлəт комитеты көнө буйы йәшерен пассажирҙар ташыусыларҙы рәсми тышыусыларға алыштырҙы. Бөгөн был эштәр дауам ителә.

Әлеге ваҡытта Өфө территорияһында пассажирҙар ташыу буйынса даими күҙәтеүҙәр алып барыла. Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусыһы Салауат Хөсәйенов ҡушыуы буйынса район хакимиәттәре башлыҡтары, беренсе урынбаҫарҙары 24 октябрҙә иртәнге сәғәт 5-тән алып дежурлыҡ ойошторҙолар. Улар иң тулы туҡталыштарҙы тикшерҙеләр.  Транспорт менән өҙөклөктәр күҙәтелмәне.

Шулай уҡ, рәсми пасажирҙар ташыусылары һәм ДУП «Башавтотранс» менән конструктив үҙ-ара эш яйға һалынған.

Был хәлде көнө буйы күҙәтәсәктәр һәм айырым контролдә тотасаҡтар. Штаттан тыш хәл килеп сығыу менән ҡала Хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идаралығы был мәсьәләне оператив рәүештә хәл итәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA