Өфөлә Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыуын билдәләп үттеләр

2018 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан халыҡ шағиры, прозаик, драматург Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыуын билдәләй. Өфөлә был датаға бәйле төрөлө саралар үтә. Бөгөн Мостай Кәрим иемндәге скверҙа сәскә һалыу тантанаһы, театрлаштырылған тамаша үтте һәм Мостай Кәримдең билдәле шиғырҙары төрлө телдәрҙә яңғыраны.

Сарала БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Союз дәүләтенең дәүләт секретары Григорий Рапота, Әзербайжандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Полад Бюльбюль-Оглы, шағирҙың ҡыҙы һәм ейәне Тимербулат һәм Әлфиә Кәримовтар ҡатнаштылар.

Шулай уҡ сәскә һалыу тантанаһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре йәмәғәтселек вәкилдәре, яҙыусылар һәм башҡалар ҡатнашты.

Сараны шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова асты. Үҙенең сығышында ул, Мостай Кәримдең әҫәрҙәре дуҫтарҙы, туғандарҙы, уның талантын һөйөүселәрҙе бер-береһенә яҡынайта, тип билдәләне.

Байрамда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мостай Кәрим менән таныш булыуын, уның менән төрлө темаларға аралашыуын һәм эшләүен билдәләне.

- Мин уның барлыҡ кисерештәрен яҡшы белә инем, Мостай ағай һәр саҡ халҡы менән булды, ул ҡурҡыу белмәҫ кеше ине, әммә шул уҡ ваҡытта, иҫ киткес интеллигентлы һәм нескә кеше булды. Ысынында көслө кешеләр генә шундай сифаттарға эйә була, - тине Радий Хәбиров.

Кешеләр уны юғары әҙәби оҫталығы, таланты һәм кешелеклелек сифаттары өсөн хөрмәт итәләр. Хәҙер ҙә 2013 йылдың октябрендә асылған Мостай Кәрим исемендәге һәйкәл һәм сквер өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын үҙенә тарта.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA